Әхмәтдин Фәхретдин улы Хәлитов – Ейәнсура районында иҫән ҡалған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Еңеү көнө алдынан “Ейәнсура таңдары” гәзите хеҙмәткәрҙәре ветеран эргәһендә булып, тормош хәтирәләре менән уртаҡлашҡан. Бөгөн Ватаныбыҙҙы һаҡлаған ҡыйыу йәштәребеҙгә уның әйтер һүҙе бар. “Мин һуғышты үттем, Еңеү һалдаты булыуым менән ғорурмын. Һеҙ бит ни өсөн яу яланында булыуығыҙҙы беләһегеҙ, һеҙ тормош өсөн, ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ, оло быуын именлеге өсөн көрәшәһегеҙ. Һеҙ бөгөн мин һуғышҡан ерҙә дошманды ҡыйратаһығыҙ, моғайын, беҙ уның тамырҙарын өҙә алмағанбыҙҙыр. Бөгөн Ватанды, ғаиләбеҙҙе һаҡлау мөһим. Һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай. Балаларын юғалтҡан, йәш кенә ҡыйыу ир-атты юғалтҡан ата-әсәләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашам. Оҙаҡламай һуғыштың тамамланырына, Еңеүҙең йәнә беҙҙең яҡта булырына ышанам!”– ти ветеран. Фото:”Ейәнсура таңдары”.