Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тыуған ил нимәнән башлана?

Бөйөк Еңеү көнөнә арнап, Өфөнөң Совет майҙанында "Тыуған ил нимәнән башлана?" тигән илһөйәрлек концерты уҙғарылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Байрам программаһын М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары башҡарыуындағы "Һәм беҙ барыбер еңдек" тигән әҙәби-музыкаль композиция асты. Унан Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында, әлеге махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙе бер минут тын тороп иҫкә алды. Республика Башлығы үҙ сығышында төбәк халҡын оло байрам уңайынан ҡотланы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға - дәүләт наградалары, йәш Шайморатовсыларға значоктар тапшырҙы. – Һеҙ ҡаһарман ата-бабаларығыҙҙың иң яҡшы сифаттарын һаҡлап, уларҙың юлын лайыҡлы дауам итергә тейешһегеҙ. "Салауат вариҫтары сигенеүҙе белмәй", тигән генерал Шайморатов. Уның исемен йөрөтөү - оло ғорурлыҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Бөгөн беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Ватаныбыҙҙы һаҡлаған ир-егеттәргә ярҙам күрһәтеүгә бөтөн көсөбөҙҙө һалабыҙ. Әлеге ауыр осорҙа бергә тупланған республика халҡына рәхмәт белдерәм. Берҙәмлектә - көс: ауырлыҡтарға бирешмәйәсәкбеҙ, еңеү беҙҙә буласаҡ! Совет майҙанындағы плац-концертта Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге тынлы оркестр, Башҡортостандың дөйөм оркестры, Хәрби тынлы оркестры, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры, Халыҡ инструменттары милли оркестры музыканттары ҡатнашты. "Шайморатов генерал" музыкаль-хореографик постановкаһын Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәҡдим итте. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Совет майҙанын үҫтереү пландары менән уртаҡлашты. – Һәр сарала беҙ майҙандың мөмкинлектәрен арттыра барабыҙ. Мәҫәлән, ике аҙна самаһынан бында "Китап-байрам" тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Маҡсатыбыҙ – мәҙәни-патриотик саралар уҙғарған урын халыҡҡа яҡын булырға тейеш. Ошондай йәмәғәт киңлектәрен Өфөнөң башҡа майҙансыҡтарында ла булдырасаҡбыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.