Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын Бөрйән районының Ҡотан ауылы халҡы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ҙур әҙерлек менән ҡаршы алды, тип яҙа “Таң” гәзите хеҙмәткәрҙәре. “Беҙҙең өсөн иң изге урын – “Муса Ғәли” йылғаһынан машиналар колоннаһы менән юл башлап, ил-ергә тыныслыҡ, именлек теләп, эсәр һыуыбыҙҙан фатиха алып, ауыл урамдарынан үттек. Машиналарыбыҙ биҙәлгән, күңелдәр көр, тик бер аҙ моңһоу... “Шайморатов генерал” йырын яңғыратып, ауылдаштарҙы һөйөндөрҙөк, Ырғыҙлы ауылы урамдарында шарҙар осороп, күршеләргә байрам йәме бүләк иттек. Тиҫтәләгән машиналар урам буйлап уҙҙы, һәр береһендә Ватанды һаҡлаусыларҙың фотоһүрәттәре. Ә колонна башындағы йөк машинаһы беҙҙе тарих төпкөлөнә, бынан 78 йыл элек булған ваҡиғаларға алып ҡайта. Яҡташтарыбыҙ ҡул болғап сәләмләй, беҙгә ҡушылып йырлай, шатлана. Был оло Еңеү ҡыуанысы, бөйөк Еңеү ауазы!” Әлфирә Ғәлина фотолары.