Бөгөн, 9 майҙа, Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш үтте. Унда ветерандар, Рәсәй Геройҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Хөкүмәт ағзалары, башҡа рәсми вәкилдәр йыйылды. – Бөгөн илебеҙ совет халҡының фашистик Германияны еңеүенең 78 йыллығын билдәләй. Ысын күңелдән һеҙҙе бөтә Рәсәй быуындарын берләштергән төп байрам менән ҡотлайым. Ул йылдарҙағы тарихи ҡаҙаныштар мәңгегә рәхмәтле хәтеребеҙҙә ҡаласаҡ. Беҙ һәр ваҡыт бөтә геройҙарҙы-фронтовиктарҙы һәм тыл хеҙмәтсәндәрен, уларҙың тиңһеҙ батырлығын исемләп иҫкә аласаҡбыҙ. 80 йыл элек, 1943 йылдың ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлә. Нева ҡалаһы өсөн алыш Икенсе донъя һуғышының иң оҙайлы алышы була. Башҡортостан кешеләре лә фронттарҙа, Балтик флоты караптарында батырҙарса һуғыша, Нева тирәһендә һөжүмдәрҙе кире ҡаға, легендар “Йәшәү юлын“ һаҡлай. Быйыл шулай уҡ Сталинград алышының 80 йыллығы билдәләнә