Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугир-журналистарҙы иҫкә алдылар

Бөгөн Өфөлә Матбуғат йортонда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир журналистарҙың, яҙыусыларҙың исеме ҡайып яҙылған мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалыу тантанаһы үтте. Унда Башҡортостандың Журналистар союзы ағзалары, “Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто етәкселеге, мөхәррирҙәр, журналистика ветерандары, журналистар һәм балалар ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Еңеү менән тәбрикләп, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сығыш яһаны. – Йола буйынса, Матбуғат йортонда яугир-журналистарға мемориаль таҡтаташ янында йыйылып, Ватан өсөн көрәшкәндәрҙе хөрмәтләп, ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалдыҡ. 100-ҙән ашыу журналист фронтта Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көрәшкән. Был һуғышты онотмау – һәр кемдең изге бурысы. Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт күрһәтеү өсөн хеҙмәттәштәремдең балалары ла килеүе бик ҡыуаныслы. Тарихты быуындан-быуынға тапшырырға, бындай хәл ҡабатланмаһын өсөн, олатай-олатайҙарҙың батырлығын иҫтә тоторға кәрәк. Яугир ил һаҡсыларына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә мәңгелек дан! Ҡәҙерле дуҫтар! Бөйөк Еңеү көнөндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм тыныс күк йөҙө теләйем! – тине Вәдүт Ғәйфулла улы. Республика Журналистар союзы ағзаһы булған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, хаҡлы ялдағы хеҙмәттәшебеҙ – Хәйбулла районында йәшәгән ветераныбыҙ Иҙрис Түләшев 6 майҙа мәңгелек йортона китте. Ул 98 йәшенә саҡ ҡына етмәне. Вәдүт Ғәйфулла улы уны ла иҫкә алып үтте. Сарала ҡатнашыусылар бергә эшләргә насип иткән ветеран-журналистар тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Айрат Нурмөхмәтов фотолары.