Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған төп сараларҙың береһе Өфөләге Еңеү паркында үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы республиканың күп милләтле халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалды. Һәләк булған геройҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар. Радий Хәбиров шулай уҡ ике Тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, Миңлеғәле Шайморатовтың һәм Таһир Күсимовтың бюстарына, мемориаль комплекста республикала тыуып үҫкән геройҙарға арналған стелаға, шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә сәскә һалды. Ул тыл хеҙмәтсәндәренең төп һөнәрҙәрен символлаштырған скульптура төркөмөн үҙ эсенә ала: нефтсе, ҡорос ҡойоусы, ураҡсы, тегенсе һәм башҡалар. Стелала хәрби техника, ауыл хужалығы продукцияһы менән фронтҡа барған составтарҙы һүрәтләгән бронза горельеф композицияһы урынлашҡан. Стеланың өҫкө өлөшөндә Еңеү ордены ҡуйылған. Республика Башлығы Өфөнөң Орджоник