Баш ҡаланың “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркындағы 34-се спорт мәктәбе майҙансыҡтарында иртәнге сәғәттәрҙә үк ҡатнаш командалар араһында пляж волейболы буйынса традицион турнир башланып китте. Был сараны ойоштороуҙа Башҡортостандың Волейбол федерацияһы, Өфө ҡалаһының Октябрь районының физкультура һәм спорт комитеты ла әүҙем ҡатнашты. Турнирға Өфө, Магнитогорск һәм Пермь ҡалаларынан 40-лап команда йәлеп ителде. “Беренсе май” ял һәм мәҙәниәт паркында ла ярыштар ҡайнап торҙо. Мини-футбол, шахмат, шашка буйынса турнирҙар, каратэ буйынса оҫталыҡ дәресе үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапты. Мини-футболда Калинин районының спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаһа, шахмат һәм шашка ярыштары төрлө йәштәге ошо спорт төрөн үҙ итеүселәрҙе тупланы. Каратэ буйынса оҫталыҡ дәресен Калинин районының олимпия резервындағы 12-се спорт мәктәбе уҡыусылары күрһәтте. Паркта ярыштарҙы ҡарарға килеүселәр ҙә бихисап ине. Һәр байрам һайын бында шашка, шахмат турнирҙары ойошторолғас, яҡын тирәлә йәшәүселәр был хаҡта белеп бөткән. Дим паркында ла байрам кәйефе әллә ҡайҙан һиҙелә. Мәктәп уҡыусылары араһында хәрбиләштерелгән эстафета майҙанында айырыуса ҙур йәнлелек тойола. Был ярышта ҡатнашыусыларға ауыр һынау ҡуйылған: етеҙлектә генә түгел, автоматты һүтә, йыя белеүҙә лә оҫталыҡ талап ителә. Эстафетала туғыҙ команда ҡатнашһа, уларҙы дәртләндереп тороусы көйәрмәндәр һаны ғына 100-гә етә. Шулай уҡ бында ГТО нормативтарын тапшырыу мөмкинлеге лә бар. Уны тапшырырға теләк белдереүселәр ҙә аҙ түгел. Парктың тыныс ҡына бер мөйөшөндә шашка һәм шахмат буйынса турнир ойошторолған. Бында күпселек ветерандарҙы, оло йәштәгеләрҙе осратырға мөмкин. Был ярыш та үҙенең ҡыҙыҡһыныусыларын туплаған. Еңеүселәр бүләкһеҙ ҡалмай: миҙал, кубок, маҡтау грамоталары биреләсәк, ә инде хәрбиләштерелгән эстафетала призлы урын алыусыларға аквапаркка билеттар әҙерләнгән. Ҡояшлы матур көн ҡала халҡына иркенләп паркта ял итергә лә, төрлө ярыштарға ҡатнашырға ла мөмкинлек бирә. Фото: Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте, Дим районының спорт комитеты, 34-се спорт мәктәбе архивынан.