Бөгөн, 9 майҙа, илебеҙ Бөйөк Еңеү көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы республикала тантаналы саралар бара. Иртән Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалды. Тантаналы сарала Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, ветерандар ойошмалары һәм хәрби туғанлыҡ йәмғиәттәре, хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһынан һуң тарихи объекттың тәрән символизмы хаҡында һөйләне. – Совет майҙаны беҙҙең батальондарҙы һәм мобилизацияланған яугирҙәрҙе оҙатҡан һәм ҡаршы алған урынға әйләнде. Был урын Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле. Был урын – яңы геройҙарыбыҙ өсөн дә. Шуға күрә бөгөнгө сараларҙы ошонан башлауыбыҙ дөрөҫ. Миңлеғәле Шайморатовтың яҙмышы сағыу һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле лә. Ул - Башҡортостандың лайыҡлы улы, республикабыҙҙың төп геройҙарының береһе. Бик аҡыллы, талантлы һәм ҡыйыу кеше. Ул хәрби етәксе генә түгел, ә хәрби разведчик була. Ни өсөн уның тураһында йырҙар ижад итәләр һәм башҡаралар? Сөнки ул, ысынлап та, легендар кеше. Күптән түгел Донбассҡа эш сәфәренән ҡайттым. Һәм уның һуңғы төйәге булған Петровскийға һуғылмайынса үтеп китә алманыҡ, – тине Радий Хәбиров. Тап Совет майҙанында 1942 йылдың мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙарҙың фронтҡа ебәреүгә әҙер булыуы тураһында хәбәр итә. Был легендар дивизия Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында, Сталинград алышында ҡаты алыштарҙа еңеүҙәр яулай. Күрһәткән батырлығы өсөн дивизия 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртелә. Дивизия шулай уҡ Чернигов-Припятск операцияһында ҡатнаша, был алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн уға Чернигов исеме бирелә. Беҙҙең яҡташтар Днепр янындағы алышта, Украинаны, Белоруссияны, Польшаны азат итеүҙә, Көнсығыш-Померанск һәм Берлин стратегик операцияларында батырлыҡтар күрһәтә. Дивизияның 3 860 яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, шул иҫәптән 78-е – Советтар Союзы Геройы, ә 5-е Дан орденының тулы кавалеры була. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.