Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Ефимовскийҙы тәбрикләү тантанаһын үткәрҙе. Отставкалағы эске хеҙмәт подполковнигы Михаил Андреянович сарала үҙе ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Михаил Андреянович Ефимовский уҡсылар полкының пулемет бүлексәһе командиры була. Курск дуғаһындағы алыштарҙа ҡатнаша. Кронштадты һәм Ленинградты ҡамауҙан азат итә. Япон һуғышында ҡатнаша. Өс "Батырлыҡ өсөн, ике "Хәрби хеҙмәттәре өсөн", "Кенигсбергты азат иткән өсөн" һәм "Япон һуғышында ҡатнашҡан өсөн" миҙалдары бар. Һуғыш йылдарынан һуң янғын һағына эләгә, дәүләт янғын күҙәтеүе инспекторы булып эшләй. 1953 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводында ҙур янғынды һүндергән ваҡытта алғы сафта була. 27 йыл ғүмерен ошо хеҙмәткә тәғәйенләгән - янғындарҙы һүндереүҙә ҡатнашҡан һәм кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарған. Тәүҙә ветеранға үҙенең теләге буйынса Өфө ҡалаһының Янғынға ҡаршы пропаганда үҙәге күргәҙмәһе күрһәтелде. Ул бөтә экспозиц