Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был ауылдың 208 йыллыҡ тарихы бар

Стәрлебаш районы Һарайҫа ауылының 208 йыллыҡ тарихы бар. XVIII быуат баштарында Көҫәпҡол ауылы башҡорттары (хәҙерге Ишембай районындағы ауыл) йәмле Күндерәк йылғаһы буйына килеп урынлашҡан. Шулай уҡ Ишембай тарафтарынан 1815 йылда Әптек ауылы кешеһе, Пруссияға рус походында ҡатнашыусы Әбүбәкер Таһировтың өс улы – Батырша, Батырғужа, Искәндәр ошо ерҙәрҙе үҙ итеп килеп ултыра һәм, Һарайҫа ауылын икегә бүлеп, ауыл Әбүбәкер исеме менән йөрөтөлә башлай. Бөгөн Әбүбәкерҙең вариҫтары Батыршиндар, Ҡорбановтар, Шәриповтар нәҫеле булып таралған һәм матур донъя көтә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса ауылда 84 йорт иҫәпләнә һәм 266 кеше йәшәй. Йорттар, ихаталар төҙөк, матур, унда эшсән, татыу кешеләр йәшәй. Һарайҫа ауылы халҡы ла бөтә ил күргән михнәтте татыған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән. Ошо ауылдан 124 кеше дошманға ҡаршы яуға киткән. Шуларҙың 76-һы яу ҡырында ятып ҡалған, 48-е тыуған ауылына еңеү менән ҡайтҡан. Шулай уҡ 129 кеше “Бѳтә нәмә фронт ѳсѳн, бѳтә нимә еңеү ѳсѳн!” тигән девиз аҫтында тылда хеҙмәт иткән. Яҡташтарының исемен мәңгелләштереү, тарихта ҡалдырыу маҡсатында ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәм тыл ветерандарына арнап һәйкәл асырға, тигән ҡарар ҡабул ителә. Үткән йылдың 9 майында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡасим Төхвәт улы Шәриповтың балалары ошо тәҡдим менән ауыл халҡына сыға. Ойоштороу, һәйкәл эшләү, урынлаштырыу мәсьәләләрен Шәриповтар үҙ өҫтөнә ала һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған “Атайсал” проектына ихлас ҡушыла. Был изге эшкә әсәләре Фәриҙә Миңлейәр ҡыҙы Шәрипова үҙ фатихаһын биреп ҡалдыра. (8 майҙа уның вафат булыуына 40 көн тулды). “Һүнмәҫ өмөт” һәйкәленең авторы һәм скульптуры – 30 йылдан ашыу Йәлембәт урта мәктәбендә директор булып эшләгән Наил Ҡасим улы Шәрипов. Һөнәре буйынса уҡытыусы, булдыҡлы етәксе, күңеле менән рәссам, ҡул оҫтаһы Наил Ҡасим улы күп хәсрәттәр күргән Әсәне, Ҡатын-ҡыҙҙы һынландырыу тураһында күптән хыяллана. Сабыйын етәкләгән, ирен, улын, һөйгәнен яуҙан көтөүе, Ҡатын, Әсә күҙҙәре оло юлға баҡҡан. Был һында дәһшәтле һуғыштың барлыҡ ауырлыҡтары ла сағыла. Һын артында - Бөйөк Ватан һуғышы ордены, янында исемдәре яҙылған стела. Бар эштәр ҙә үҙ ҡулдары менән башҡарылған. Һәйкәлдең нигеҙен һалыу, стеланы күтәреү, урынлаштырыу өсөн ауылда бер-нисә тапҡыр өмә ойошторолдо. Ауыл халҡы ла, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа был өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Һәйкәлде төҙөү өсөн ҙур сығымдар талап ителә. Был эштә лә Һарайҫа ауылы халҡы берҙәмлек күрһәтә. Ауылдың ир-уҙамандары, ағинәйҙәре, йәштәре кәңәшләшеп, аҡсалата ярҙам итә. Сығыштары менән Һарайҫа ауылынан булған ситтә йәшәүселәр ҙә был эшкә ихлас ҡушыла. Бөгөнгә йәмғеһе 88 мең 600 һум аҡса йыйылған. Ҡалған сығымдарҙы һуғыш ветераны Ҡасим Төхвәт улы һәм тыл ветераны Фәриҙә Миңлейәр ҡыҙы Шәриповтарҙың балалары күтәрҙе. Һәйкәл эргәһендә ветерандарҙың фотоһүрәттәре ҡуйылған баннер ҙа эленеп ҡуйылған. Байрам алдынан ауылды йәмләндереү, тирә-яҡты таҙартыу эштәре лә атҡарылды. Был эштәрҙе төп атай нигеҙендә матур донъя көткән Рәйфә Ҡасим ҡыҙы Шәйәхмәтова (Шәрипова) тулыһынса ойошторҙо. Икенсе йыл рәттән инде ул Һарайҫа ауылы халҡы, ҡунаҡтары өсөн Һалдат бутҡаһы бешерә, уйындар уйнатып, еңеү көнөнә арналған йыр, шиғыр бәйгеләре үткәреп, матур бүләктәр тарата. Киләсәктә һәйкәл урынлашҡан урында “Ҡаһармандар баҡсаһы” булдырыласаҡ, унда ағастар, сәскәләр ултыртыласаҡ. Һарайҫа ауылы көндән-көн матурлана. Халыҡ ярҙамы менән төҙөлгән иман йорто – мәсет эшләй. Дәүләт программаһына ярашлы, 2022 йылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса балалар майҙансығы сафҡа индерелде. Халыҡ хәтерен, һүнмәҫ өмөтөн сағылдырған мөһабәт һәйкәл дә ауылды йәмләп ултырыр, йәштәрҙе тәрбиәләүгә, киләсәктә ауыл халҡының шулай уҡ берҙәм, татыу йәшәүенә ҙур этәргес булыр. Кесе ватанға – Атайсалға – изге ғәмәлдәр эшләү, файҙа килтереү Тыуған илеңде, ғәзиз ереңде яратыуҙы иҫбатлай. Нәсимә СОБХАНҒОЛОВА. Фото: vk.com/club18641637?z=photo-18641637_456239062%2Fwall-18641637_204