Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөйөк Еңеү көнө менән, туғандар!

Еңеү көнө — 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армияның һәм совет халҡының нацистик Германияны еңеү байрамы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 майындағы Указына ярашлы, һәр йыл 9 майҙа билдәләнә. Еңеү көнөндә Мәскәүҙәге Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә сәскәләр һалына, ҡала һәм ауылдарҙа парад, байрам салюты ойошторола. Барлығы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан фронтҡа 710 мең кеше китә, шуларҙың 300 мең самаһы фронтта һәләк була. Уларҙың 88 500 самаһы яу яландарында башын һала, яраларҙан — 20 000, әсирлектә — 2 265 кеше үлә, 127 000 ашыу кеше хәбәрһеҙ юғала. Мобилизацияланған республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ фронттарында ла һуғыша. Айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәткән 200 мең яугир орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Уларҙың 278-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булһа, 35-е — Дан орденының тулы кавалеры. Батырҙарға мәңгелек дан! Фото: Нәсих Хәлисов.