Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ветеран йорто янында парад үтте

Был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған. "Һуғыш йылдарында һалдаттарыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы илһөйәрлек, Ватанға һөйөү тәрбиәләүҙең бөткөһөҙ сығанағы булды һәм булып ҡала.Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы алдынан «шайморатовсылар» - Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатының 6Б класс уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапованың йорто эргәһендә тантаналы марш менән үтте.Йыйылғандар өсөн халыҡ ижады үҙәге артистары концерт номерҙары менән сығыш яһаны.Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ хөрмәтле Валентина Георгиевна!Һеҙ азатлыҡты яҡланығыҙ, тыуған ереҙә тыныс йәшәргә һәм эшләргә мөмкинлек бирҙегеҙ. Һаулыҡ, бәхет һәм изгелек һеҙгә!"- тип яҙған Фәнис Әминев. Баймаҡ районынан фронтҡа киткән 13 меңдән ашыу яугирҙең алты меңгә яҡыны яу яланынан ҡайтмаған. Бөгөн ни бары ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғына иҫән. Улар - Ғәйзулла Әблүзин һәм Валентина Потапова. Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.