Ғәжәп матур мөхәббәт тарихы Бөрө ҡалаһында теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре бейек йорттоң тәҙрәһенә күтәрелеп, һөйгәненә тәҡдим яһаған.Бөрө район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлеге инспекторы Никита Слободчиков автобаҫҡыс ярҙамында көтмәгәндә һөйгәненең фатирына күтәрелгән һәм ошондай һүҙҙәр әйткән:"Һин - йөрәгемдәге янғын, мин уны бер ҡасан да һүндермәм. Һинең ризалығыңды һорайым, ҡояшым, миңә кейәүгә сығырға ризаһыңмы?"Ҡыҙ:"Әлбиттә" - тип яуап ҡайтарған. Йәштәргә артабан да йөрәктәрендәге мөхәббәт уттарының мәңге дөрләп яныуын теләйбеҙ! Фото һәм видео: "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.