Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әбйәлилдә ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫән

78-се тапҡыр илебеҙгә яңы һулыш, яңы көс-ҡеүәт, шатлыҡ менән Еңеү байрамы килә!Берсә һағышлы ла, берсә ҡыуаныслы ла байрамда ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙы беҙҙең араларҙа күреү айырыуса тулҡынландырғыс. "Осҡон" гәзите хәбәр итеүенсә, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов һәм уның урынбаҫарҙары, ауыл биләмәһе башлыҡтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, “Боевое братство” ойошмаһы, урындағы мәктәп коллективтары һәм уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Мәхмүт ауылында йәшәгән Ҡотлогилде Ғәфиәт улы Төхвәтуллинды һәм Ҡаҙмаш ауылынан Ишҡол Хәмзә улы Мәхмүтовты Еңеү байрамы менән тәбрикләгәндәр. "Район хакимиәте вәкилдәре тыныслыҡ өсөн көрәшкән яугир олатайҙарға бүләктәр тапшырҙы.Илебеҙҙең азатлығын тәьмин иткән ветерандарҙы хәстәрләү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Йәш быуындың һеҙҙән өлгө алып, республикабыҙҙың артабанғы ышаныслы үҫешен тәьмин итеүе менән ғорурлана алаһығыҙ. Бөгөнгө байрам тантанаһында ҡатнашҡан яугир ветерандарҙы ысын күңелдән байрам менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!Еңеү байрамында һеҙҙең исемдәр изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын!"- тип яҙа "Осҡан" гәзите. Фото һәм текст сығанағы: "Осҡон" гәзите.