Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылы төркөмө белдереүенсә, байрам алдынан ауылда ҡыуаныслы ваҡиға булған. Махсус хәрби операция биләмәһендә булған ауылдаштары ялға ҡайтҡан. - Бөгөн бик тулҡынландырғыс, шатлыҡлы мәл, махсус хәрби операциянан ҡайтҡан ауылдашыбыҙ Тимурҙы ҡаршы алдыҡ. Ғаиләһен, туғандарын, ауылдаштарын бик ныҡ һағынып ҡайтҡан. Барыбыҙ менән дә ҡосаҡлашып иҫәнләшеп сыҡты һалдат.Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙарына зур рәхмәт матур ҡаршы алыуығыҙға. Шундай шатлыҡлы осрашыуҙар тиҙ арала булһын, Алла бирһә. Барлыҡ һалдаттарыбыҙға ла тиҙерәк ҡайтырға насип булһын. Һуғыштар тиҙерәк тамамланып, яугирҙәр еңеү менән ҡайтһын, Аллаһ бирһә. Барыбыҙ ҙа изге доғаларҙа булайыҡ, - тип хәбәр итә йәрмөхәмәттәр. Фото: Йәрмөхәмәт ауылы төркөмөнән.