«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында (национальный проект «Производительность труда») ҡатнашыусы дүрт предприятие 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы яуаплы һалым түләүселәренең һалым асыҡлығы стандартына ҡушыла. Атап әйткәндә, «Башавтотранс» Дәүләт унитар предприятиеһы, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты, «Бәләбәй заводы» «Автонормаль» машиналар эшләү предприятиеһы һәм «Мәләүез минераль ашламалары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Стандартҡа индерелеү һәм уларҙың эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттең асыҡ булыуы ойошмаларҙың һалым йөкләмәләрен намыҫлы үтәүен раҫлай. Был турала Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге өлкә компетенция үҙәге етәксеһе Виктор Романец һөйләне. «Башҡортостан яуаплы һалым түләүселәренең һалым асыҡлығы стандарты Республика Башлығы Указы менән уңайлы эшлекле климат булдырыу, төбәктә эшләгән дәүләт власы органдары менән ойошмаларҙың һәм айырым эшҡыуарҙарҙың үҙ-ара эш итеүенең асыҡлығын арттырыу маҡсатында булдырылған», — тип билдәләне Виктор Романец