Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәктәп спорты фестивале Башҡортостанда үтәсәк

"Рәсәй-Белоруссия" халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумы сиктәрендә тормошҡа ашырыла, ул Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында 2023 йылдың 25 июненән 29 июненә тиклем Өфө ҡалаһында үтәсәк. Фестивалдә Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан 372 уҡыусы ҡатнашасаҡ. Рәсәй командалары составына Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары, Ҡырым Республикаһы, Севастополь ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре инәсәк. Олимпия чемпионы, совет баскетболы йондоҙо — Иван Иванович Едешко фестивалдең спорт илсеһе булараҡ сығыш яһаясаҡ. Уның спорттағы уңыштары буйынса билдәле нәфис фильм «Движение вверх» төшөрлгәйне. Ярыштарҙа уҡыусылар ете спорт төрҙәре буйынса — футбол, 3х3 баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон, йөҙөү буйынса миҙалдар өсөн көс һынашасаҡ. Ярыштар бер үк ваҡытта Башҡортостан баш ҡалаһының универсаль спорт майҙансыҡтарында — «Динамо» спорт комплексы (Өфө, Карл Маркс урамы, 2), Өфө ҡалаһының 32-се спорт мәктәбе (Өфө, Баязит Бикбай ура

"Рәсәй-Белоруссия" халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумы сиктәрендә тормошҡа ашырыла, ул Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында 2023 йылдың 25 июненән 29 июненә тиклем Өфө ҡалаһында үтәсәк. Фестивалдә Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан 372 уҡыусы ҡатнашасаҡ. Рәсәй командалары составына Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары, Ҡырым Республикаһы, Севастополь ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре инәсәк. Олимпия чемпионы, совет баскетболы йондоҙо — Иван Иванович Едешко фестивалдең спорт илсеһе булараҡ сығыш яһаясаҡ. Уның спорттағы уңыштары буйынса билдәле нәфис фильм «Движение вверх» төшөрлгәйне. Ярыштарҙа уҡыусылар ете спорт төрҙәре буйынса — футбол, 3х3 баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон, йөҙөү буйынса миҙалдар өсөн көс һынашасаҡ. Ярыштар бер үк ваҡытта Башҡортостан баш ҡалаһының универсаль спорт майҙансыҡтарында — «Динамо» спорт комплексы (Өфө, Карл Маркс урамы, 2), Өфө ҡалаһының 32-се спорт мәктәбе (Өфө, Баязит Бикбай урамы, 13), Рима Баталова исемендәге Башҡортостан Республикаһының Спорт әҙерлеге үҙәге (Өфө, Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47). Фестивалде ойоштороусылар — Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы, Совет фигурисы, өс тапҡыр Олимпия чемпионы, ун тапҡыр донъя чемпионы — Ирина Константиновна Роднина рәйеслегендәге Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы. «Башҡортостан Республикаһы элек-электән илдең төп спорт саралары үткәрелгән төбәк булып тора. 2022 йылда беҙ Юғары кимәлдә Рәсәй-Белоруссия халыҡ-ара мәктәп спорт фестивален үткәрҙек һәм дуҫ илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алдыҡ. Быйыл фестиваль тағы ла сағыу спорт сараһына әйләнер һәм илдәребеҙ араһында бәйләнештәрҙе һәм дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итер тип ышанам», — тине Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов. «Уҡыусылар, ярыштарҙа ҡатнашып, яңы дуҫтар табып ҡына ҡалмай, башҡа илдәрҙең мәҙәниәте менән дә таныша, Рәсәйҙә халыҡтарының йолалары һәм тормошо менән таныша, иң мөһиме, беҙгә, өлкәндәргә бер телдә һөйләшергә һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытырға ярҙам итә», — тине Ирина Роднина. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.