Бынан бер нисә йыл элек яратҡан артисыбыҙ, йырсы Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙҙары журналистарға интервью биргән һәм аталары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һөйләгән. Яҙманың бер өлөшөн һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итмәксебеҙ. Билдәле булыуынса, ул ҡатыны Зилә менән Гүзәл һәм Айгизә исемле ҡыҙҙар, Данияр тигән ул үҫтерә. –Атайығыҙ менән маҡтанаһығыҙмы? Был кәрәк тип һынайһығыҙмы? – Элегерәк, телевидениеға эшкә урынлашҡас, кемдең ҡыҙы икәнлегемде сер итеп ҡалдырҙым. Башта бер кем дә минең фамилияға иғтибар итмәне. Тик интернет заманында быны сер итеп һаҡлап булманы. Тик бер ҡасан да “Мин Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙы” тип танау сөйөп йөрөмәнем. Эйе, ҡайҙа барһам да, кемдең ҡыҙы икәнемде беләләр. Мин бының менән маҡтанмайым, ә ғорурланам, – ти Гүзәл. – Әсәйегеҙ бөгөн хужабикәме? – Эйе, заманында ул ҡайҙа ғына эшләмәне: тәрбиәсе лә булған, иҙән дә йыуған, бейегән дә, йырлаған да. Тик ул әле өйҙә генә ултыра тип әйтә алмайым, ул һәр саҡ атайым менән ҡайҙалыр йөрөй. Әхирәттәре, ғаилә дуҫтары күп. Ябай ғына хужабикә түгел ул. Бик тәмле итеп ашарға бешерә. Ҡамыр аштары һәр ваҡыт уңа, – ти Гүзәл. – Әсәйегеҙҙең йырсы булыуын теләйһегеҙме? – Миңә ҡалһа, әсәйебеҙ барыбыҙҙан да матурыраҡ йырлай. Унда үҙенә генә хас булған үҙенсәлекле тауыш. Әлбиттә, йырсы булыуын теләр инек. Тик кем ул саҡта өйөбөҙгә йәм һәм йылылыҡ биреп торор? Кем яҡшы ҡатын һәм яратҡан әсәй булыр? Ул ғаиләне беренсе урынға ҡуя һәм шуның менән бәхетле, – ти Айгизә. – Өйҙә ниндәй телдә аралашаһығыҙ? – Татарса йә башҡортса, ике телде лә камил беләбеҙ. Әсәйемдең – башҡорт, атайымдың татар булыуы менән ғорурланабыҙ, – ти Айгизә. – Һеҙҙе бәләкәй саҡта осондороп үҫтерҙеләрме? – Юҡ. Аҡсаны артығы менән бирмәнеләр, киреһенсә. Әлбиттә, атайым мөмкин булған һайын сюрприздар менән ҡыуандырып тора ине. Аяҡҡа баҫҡанда матди яҡтан ярҙамын күп күрҙем. Машина, матур кейем – уның тырышлығы. Әле тормош иптәшем менән үҙ көсөбөҙгә тырышып донъя көтәбеҙ, – ти Гүзәл. – Юҡ, осондорманылар. Быға минең ҡарашым башҡа. Минең өсөн аҡса сарыф итергә рөхсәт итмәйем. Ә үҙем аҡса эшләһәм, ата-әсәйемә бүләк алырға тырышам, – ти Айгизә. – Атайығыҙ кейгән кейемдәрегеҙҙе тәнҡитләмәйме? – Юҡ, асыуланмай. Килешмәй икән, ул шунда уҡ әйтә. Мода ҡанундарын яҡшы белә, ул үҙе лә бик “модный”, – ти Гүзәл. – Атайығыҙҙы тәнҡитләй алаһығыҙмы? – Минеңсә, сифат өсөн атайым бар көсөн бирә. Бер кире яғы – ижадын һөйөүселәргә бар көсөн бирә. Һәр кемгә йылмая, һәр кем менән аралаша... Артығы менән ябай. Бының өҫтөндә эшләргә кәрәктер. Был темаға һөйләшкән бар, “Башҡаса булдыра алмайым” ти ул. Күрәһең, кешеләр уны өләшкән энергияһы һәм яҡтылыҡ өсөн ярататалыр, – ти Айгизә. “Шәһри Ҡазан” баҫмаһы. Фото: социаль селтәрҙәр.