Республикала Бөйөк Еңеү көнө алдынан һуғыш һәм тыл ветерандарын тәбрикләү дауам итә. Ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Ефимовскийҙы хөрмәтләү буйынса тантаналы саралар үтте. Отставкалағы эске хеҙмәт подполковнигы Михаил Андреянович был сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Михаил Ефимовский Кронштадтты һәм Ленинградты блокаданан азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1953 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводында янғын һүндереү ваҡытында беренсе рәттәрҙә була. 27 йыл республиканың янғын күҙәтеүе структураһында хеҙмәт итә, янғындарҙы бөтөрөүҙә ҡатнаша һәм кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара. Тәү сиратта Янғынға ҡаршы пропаганда үҙәге күргәҙмәһенә күҙ туҡталдылар, унда ветеранға яңыртылған стендтар күрһәттеләр һәм ул йәш кадеттар менән аралашты. Артабан хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙең Хәтер стелаһына сәскә һалдылар. Михаил Андреянович йәш егеттәрҙең теҙелеп тороуын һәм уның алдында сафта тороуын күреп, бәхет йәштәрен тыя алманы. Шулай итеп, хөрмәтле Бөйөк Ватан Һуғышы