Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев социаль селтәрҙә олатаһының ҡәберендә булыуын, хөрмәт менән иҫкә алыуын белдергән. “Иҫкә алыу һәм хөрмәт итеү көнөндә, Еңеү көнөн ҡаршылар алдынан үҙемдең олатайым ҡәберендә булдым. Ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бәхеткә ҡаршы, ул яуҙан иҫән-һау ҡайтты һәм лайыҡлы ғүмер кисерҙе. 2000 йылда вафат булды. Уның эргәһендә – өләсәйемдең ҡәбере. Беҙ уларҙы хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ, улар менән ғорурланабыҙ”, – тип яҙа Илнур Вильмер улы. Бөгөн бөтәбеҙгә лә зыяратҡа барып, туғандарҙы иҫкә алырға, ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә мөмкинлек бар. Райондың бөтә ауылдарында ла зыяраттарҙы төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү буйынса өмәләр бара, тип яҙа “Бүздәк яңылыҡтары”. Фото: VK.com