Найти тему
Башҡортостан гәзите

Легендар машинаны “йәшәрттеләр”

Ветерандар уны айырыуса йылылыҡ менән “полуторка” тип иҫкә ала. Бүздәктә уны үтеп киткән дәүерҙең символы итеп тарих өсөн ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Был машиналар Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән, Ладога күле боҙо буйлап үткән “Йәшәү юлын” һаҡлаған һәм башҡа әллә күпме батырлыҡтар күрһәткән. Был автомобиль Бүздәк районы үҙәгенә килеүсе ҡунаҡтарҙы сәләмләп ҡаршылай. Өлкән быуын һәйкәлде асҡанда автомобилдең пъедесталға үҙ йөрөшө менән менеүен әле лә хәтерләй, тип яҙа “Бүздәк яңылыҡтары”. Еңеү байрамын ҡаршылар алдынан район хакимиәте, Социаль фонд бүлексәһе һәм финанс идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәйкәл эргәһендәге биләмәне тәртипкә килтерҙе, кәртәләне, машинаны буяны. Легендар машина күҙ алдында “йәшәрҙе”. Ул Еңеү байрамын ҡаршыларға әҙер! Ирина Кинйәкәева фотоһы.