Стәрлебаш районының Түбәнге Ибрай ауылында йәшәгән эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, көнбағыш майы етештереүсе Венер Шәйхулов үҙенең командаһы менән шишмәне төҙөкләндереүҙе үҙ өҫтөнә алды. – Был шишмәне ауыл халҡы яҡшы белә. Ҡалҡыулыҡта сейә ағастары үҫеүе уға “Сейәле тау шишмәһе” тигән исемде биргән дә инде. Шишмә минең бала сағымды хәтерләтә. Яҙ көнө дуҫтарым менән “Ҡарға бутҡаһы” байрамына килә торғайныҡ. Шишмә янында башҡа һыу сығанаҡтары ла етерлек. Уларҙың бөтәһе лә ҡайын, уҫаҡ ағастары күләгәһендә, – ти эшҡыуар. Ауылдан бер саҡрым алыҫлыҡта ятҡан шишмәне төҙөкләндереү уйы Венер Нәркис улында күптән тыуған була. Быйыл кәрәкле материалдар туплап, эшкә тотоналар, өмә үткәрәләр. –Эштән бушағас, ваҡыт табып, шишмә эргәһен ике көн буйына төҙөкләндерҙек. Май цехы хеҙмәткәрҙәре Ирек Вәлиуллин, Рәсим Хәйруллин, Сабит Зарипов, шулай уҡ ҡатыным Фәриҙә, ҡыҙым Гөлфиә, кейәүем Илһам ҙур ярҙам күрһәтте. Бетон ҡулса ҡуйҙыҡ, металдан кәртә ҡорҙоҡ, буяныҡ, яҫы таштарҙан юл һалдыҡ, һыу а