Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов һәм ведомствоның республика ветерандар советы рәйесе Валерий Марванов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бикйән Әптикаевты Еңеү көнө менән ҡотланы. Бикйән Аҫылҡай улы ҡунаҡтарҙы Баҡалы районы Баҡалы ауылында ҡаршы алды. Уның янында, һәр ваҡыттағыса, уның төп ярҙамсылары - ҡыҙы һәм ейәнсәре. Марат Рәйес улы Бикйән Аҫылҡай улын йылы сәләмләне, уға ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Оҙайлы һәм бик йәнле әңгәмә булды. Бикйән Аҫылҡай улы үҙенең үҫмер йылдары тураһында һөйләне, тап ошо йәштә булғанда һуғыш башланған. Ул 1925 йылдың ғинуарында тыуа, мәктәптә ете класты тамамлай. 1943 йылда армияға саҡырыла. Уның һалдат тормошо Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында башлана, унда ул тиҙләтелгән радист-кодировщиктар курсын үтә. 1944 йылдың декабрендә Ленинград фронтына аэродром хеҙмәтләндереү батальонына, һуңынан Беренсе Белоруссия фронтына күсерелә. Ленинград, Карело-Фин республика