Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Өфө -Арена”һы көрәш майҙанына әүерелде

Бөгөн “Өфө Арена” спорт комплексында 18-20 йәшлек үҫмерҙәр араһында Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүҙең 78 йыллығына арналған ҡатнаш хәрби көрәш буйынса Рәсәй беренселеген асыу тантанаһы үтте. Сара почетлы ҡунаҡтарға ла бай булды. Рәсәйҙең ҡатнаш хәрби көрәш берлеге президенты, Рәсәйҙең спорт министры кәңәшсеһе, ҡатнаш көрәш төрҙәре буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Федор Емельяненко, 13 тапҡыр параолимпия уйындары чемпионкаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ярыштың мәртәбәһен күтәрҙе. Тантананы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов асып, илебеҙҙең 46 төбәгенән республикабыҙға көслө үҫмерҙәр йыйылыуын билдәләне. -Республикабыҙ етәкселеге барлыҡ спорт төрҙәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығы уңайынан киләһе йылда Өфөлә заманса Көрәш һарайы асыуҙы планлаштырабыҙ. Ул донъя кимәлендәге үҙәккә әүерелер һәм киң күләмле ҙур ярыштарҙы үткәреү мөмкинлеге артыр, - тине ул тантанаға йыйылыусыларҙы тәбрикләп. Рәсәйҙең ҡатнаш хәрби көрәш берлеге президенты Федор Емельяненконы ла спортсылар, көйәрмәндәр ҙур алҡыштар менән ҡаршы алды. Ул йәш спортсыларҙы тәбрикләп, үҙебеҙҙең олатайҙарыбыҙҙан, ветерандарыбыҙҙан өлгө алырға саҡырҙы, уңыштар теләне. Артабан сараны финал уйындары дауам итте. Волгоград, Воронеж, Иркутск, Мурманск, Новосибирск өлкәләре, Краснодар, Камчатка крайы һәм башҡа бик күп төбәктәрҙән спорсылар таһыллыҡтарын күрһәтте. Егеттәр араһында ярыш ҡаты барҙы, һәр кем үҙенең ауырлыҡ категорияһында беренселеккә ынтылды. Еңеүгә өлгәшеүсе спортсыларҙың береһе - Нижегород өлкәһенән Мудасир Сайалиев менән әңгәмәләштек. 19 йәшлек был егет спортҡа ҡыҙыҡһыныуын көрәштән башлаған. Һуңғы алты йылда ҡатнаш көрәште (ММА) үҙ иткән. “Был минең Рәсәй кимәлендәге чемпионатта тәүге еңеүем түгел”, - ти егет. Мудасирҙың тренеры Магомед Алиев ярыштың яҡшы кимәлдә уҙғарылыуын билдәләне. - Шуныһы һоҡландырҙы, ярыш бик юғары кимәлдә ойошторолған. Өфөгә тәүге тапҡыр килдек. Бик матур ҡала. Нимәһе менәндер беҙҙең Түбәнге Новгородҡа ла оҡшаған һымаҡ. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең ҡалабыҙҙы яратабыҙ. Өфөгә тағы киләсәкбеҙ әле,– тине ул. Был көндө үҫмер ҡыҙҙар араһында ла ҡатнаш көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарының финалы үтте. Йәш ҡыҙҙар араһында ла был спорт төрөн ныҡлы үҙ итеүселәр булыуына инандыҡ. Улар араһында Һамар өлкәһенән килгән Мария Дорошенко ҡатнаш көрәш буйынса беренсе тапҡыр ярышта ҡатнашһа ла тыуған яғына еңеү менән юлланды. Уңышы өсөн тренеры Виктор Ширтановҡа ла был йәһәттән рәхмәтле ул. -Еңеү яуламаһам да ярыштан яҡшы тәьҫораттар алып ҡайтам. Бындағы мөхит миңә бик оҡшаны. Ун йылдан ашыу ваҡыт элек ҡул һуғышы менән ҡыҙыҡһына башлағайным. Аҙаҡ самбоға, панкратионға күстем. Хәҙер ҡатнаш көрәш күңелемә яҡын. Өфөгә спорт ярыштарына йыш киләбеҙ. Сөнки бында бик күп спорт комплекстары бар. Үткән аҙнала ғына панкратион буйынса Рәсәй беренселегендә булдыҡ, - тип һөйләне 20 йәшлек ҡыҙ. Ярыштарҙан тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.