Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тағы бер ауыл юҡҡа сығырмы?

Иртә яҙ илебеҙгә ҙур хәүеф килтерҙе. Көн һайын тиерлек әле теге, әле был төбәктән ҡурҡыныс хәбәрҙәр ишетелә: янғын сыҡҡан, тотош ауыл яна... Был юлы бындай хәбәр күрше Ҡурған өлкәһенең Йондоҙ ауылынан килде. Әлеге ваҡытта бында 20 йорт һәм мәктәп яна. Билдәле булыуынса, был янғын урманда ҡоро үлән яныуҙан башланған. Әле ашығыс рәүештә ауыл халҡын эвакуациялайҙар. Бынан тыш, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут менән бәйле хәүеф Әлмән, Варгашин, Белозерск, Кетов, Шадринск, Мишкә муниципаль округтарына һәм Ҡурған биҫтәләренә янай. 700-ҙән ашыу кеше һәм 200-гә яҡын техника берәмеге ҡотҡарыу эштәренә йәлеп ителгән. Ашығыс хеҙмәттәр бар көсөнә эшләй. Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков хәбәр итеүенсә, көслө дауыл һөҙөмтәһендә хәл ҡатмарлаша һәм ҡайһы бер райондарҙа авиация һауаға күтәрелә алмай. Бында әле секундына 20 метр тиҙлек менән ел иҫә һәм 28 градуслыҡ аномаль эҫелек тора. Ныҡлы төтөн арҡаһында күрше ауыл кешеләрен дә эвакуациялай башлағандар. Янғындар арҡаһында трассаларҙа хәрәкәтте сикләгәндәр. Р-254 “Иртыш” трассаһында Силәбе – Ҡурған – Омск – Новосибирск юлының бер өлөшө ябылған. Ошондай уҡ ҡурҡыныс хәл Төмән өлкәһендә лә күҙәтелә. Бында Успенка тигән ауыл яна. Башҡортостандың күп өлөшөндә көндәр ҡоро тора, ел иҫә. Шуға күрә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Фото: социаль селтәрҙәр.