6 майҙа “Патриот” паркында Башҡортостан Республикаһының 40 хәрби-патриотик клубының 200 тәрбиәләнеүсеһе араһында ҡаршылыҡтар менән уҙыш буйынса “Геройҙар уҙышы” республика физкультура-күмәк ярышы үтте. Трасса Рәсәйҙә иң оҙон трассаларҙың береһе һанала. “Геройҙар уҙышы” – махсус подразделениелар яугирҙәрен әҙерләү өсөн һынауҙар нигеҙендә булдырылған Бөтә Рәсәй масштабындағы беренсе спорт ярышы. Ҡатнашыусылар профессиональ инженерҙар һәм тәжрибәле инструкторҙар эшләгән трассаны үтә. Ярыш ҡаршылыҡтары үҙенсәлекле: һыу кәртәләре, бейек стеналар, ауыш ҡоймалар, сәнскеле тимер сым, ер аҫты тоннелдәре, арҡандар, траншеялар, һыулы соҡорҙар, хәрби хәрәкәттәргә оҡшатып яһалған һынауҙар һәм башҡалар. Шул уҡ ваҡытта бында заманса ҡаршылыҡтар ғына монтажланмаған, бында был урындың тәбиғи рельефы ла ҡулланыла. Ярышта еңелеүселәр юҡ, ҡатнашыу – үҙе еңеү. Бөгөнгө трасса ике километрға етә. Унда 15 ҡаршылыҡ урынлашҡан. Ҡатнашыусылар трассаны биш кешенән торған командалар менән үтә, бер-береһенә ярҙам итә. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, “Башҡортостан Республикаһының йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү һәм саҡырылышҡа тиклемге әҙерлек үҙәге”, “Патриот” хәрби-патриотик паркының “Авангард” уҡыу-методик үҙәге уйынды ойоштороусылар булып сығыш яһаны. Сара Бөйөк Еңеүгә арналды. Фото: https://cloud.mail.ru/public/uPSE/A7MwuzuP4