БСТ телеканалында өс документаль фильмдың премьераһы буласаҡ. 9 май алдынан тамашасыларға “Геройҙар” циклынан яңы фильмдар күрһәтелә. Уларҙың береһе – Тамерлан Илһамов тураһында. Гвардия прапорщигына Рәсәй Геройы исеме үлгәндән һуң бирелә. Тамерлан 2022 йылдың 4 июлендә махсус хәрби операция барышында Украинала һәләк булды. Уның үҙ ғүмере хаҡына подразделениеның бөтә составын ҡотҡарып ҡалыуы тураһында билдәле. Ул һөнәре буйынса юрист була, ваҡытлы хеҙмәттән һуң хәрби әҙерлек үтәсәге тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Был Әбйәлил районы егете ниндәй була һуң? Ни өсөн уны “баҫалҡы һәм шым батыр” тип йөрөтәләр? Ул нисек бала сағында уҡ кешеләрҙе ҡотҡарған? Туғандараның, дуҫтарының, хеҙмәттәштәренең хәтерләүҙәре... Гүзәл Хәмитованың “Тамерлан Илһамов күгенең асҡыстары” фильмы эфирға 9 майҙа 17 сәғәт 45 минутта сыға. Циклдың тағы бер фильмы – “Ротасы Нәсибуллин”. Премьера 8 майҙа 17 сәғәт 45 минутта була. Танк ротаһы командиры хәрби бурысын үтәгәндәге ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Герой