Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй

Уларҙың бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килгән, аслыҡты үҙ иңендә татығандар, өлкәндәр менән бер рәттән иген иккәндәр йәки станок артында торғандар, әммә яҙмыш һынауҙарына бирешмәгәндәр, лайыҡлы тормош кисергәндәр. Күптән түгел Дәүләкәндәге Ижад йортона ҡаланың һәм райондың маҡтаулы граждандары, блокадалы Ленинградта йәшәгән ҡатын, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм башҡалар саҡырылғайны. Уларҙың барыһы ла һуғыш балалары. 5-се гимназия уҡыусылары улар өсөн йырлы “күстәнәс” әҙерләгәйне. Бынан тыш, сараға килгәндәргә иҫтәлекле бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне. Фотолар: vk.com/davlekanovskii_adm