Бөгөн Өфөнән мобилизацияланғандарҙың бер төркөмө, отпускыла булғандан һуң, махсус хәрби операция урынына юлланды. Яугирҙәрҙе тантаналы рәүештә “Өфө-Арена” спорт-концерт комплексы алдындағы майҙандан оҙаттылар. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, яугирҙәр алдында сығыш яһап, уларҙың илдең Юғары баш командующийы ҡуйған хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәүҙәрен һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың улар менән ғорурланыуын билдәләне. “Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан сәләм тапшырам. Һеҙҙең командование махсус операция зонаһындағы иң яҡшыларҙың береһе булыуығыҙҙы бер нисә тапҡыр билдәләне. Ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өсөн һеҙгә тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтәм. Илебеҙҙе яҡлаған өсөн халыҡ һеҙгә рәхмәтле. Бөйөк Ватан һуғышындағы ата-бабайҙарыбыҙ кеүек, Донбасс ерен азат итәһегеҙ. Яҡташтырығыҙ һеҙҙе еңеү менән көтә. Беҙ һеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Ғаиләләрегеҙ өсөн борсолмағыҙ, улар ҙа ярҙамһыҙ ҡалмаҫ. Яугирҙәр, Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы алдынан һеҙгә именлек, сәләмәтлек теләйем. Алға, Башҡортостан, эшкә тотонабыҙ, егеттәр”, – тине Ирек Сәғитов. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙы тейешле урынғаса “Башавтотранс” автобустары алып бара. Үҙҙәренең әйберҙәренән тыш, яугирҙәр оҙаҡламай шулай уҡ отпускыға ҡайтасаҡ иптәштәре өсөн уларҙың ғаиләләренән бүләктәр ҙә тейәп алды. Фото: “Башинформ” сайтынан.
Отпускынан һуң сираттағы төркөм махсус хәрби операция урынына китте
7 мая 20237 мая 2023
1
1 мин