Татарстандың Зәй районынан былтыр сентябрҙә махсус хәрби операцияға киткән ир-егеттең һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Быны ишетеп, ғаиләнең таныштары һәм дуҫтары ҡайғы уртаҡлаша башлай, әммә ҡатыны һәм әсәһе ғәзиздәренең иҫән булыуына ышана. – Беҙ уның менән телефондан һөйләшкәндән һуң күп тә үтмәй туғандар, таныштар шылтыратып, ҡайғы уртаҡлаша башланы. Эшкә барғас та, шул уҡ хәл. Баҡһаң, районыбыҙ социаль селтәрҙәренең береһендә иремдең иптәштәре менән фотоһы баҫылып, уларҙың һәләк булыуы хәбәр ителгән, – ти ҡатын. Ҡатын быға ышанмай. Ысынлап та, май башында ире ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып төшә. Ғаиләһенә ҡайтырын әйтмәй, әсәһе ят машинанан улының төшкәнен күреп илап ебәрә.– Мин уның ҡайтырын көттөм. Үҙ күҙҙәрем менән күргәс, тынысландым. Улым бер аҙ ябыҡҡан, әлбиттә, әммә иң мөһиме – иҫән, – ти, берҙән-бер улының иҫән ҡайтыуына һөйөнөп, яугирҙең әсәһе Ынйы. Фото һәм сығанаҡ: https://zainsk-inform.ru/news/news/mobilizovannyi-iz-tatarstana-kotorogo-obieiavili-pogibsim-vernulsia-k-seme