5 майҙа бизнес стратегияһы һәм уға идара итеү буйынса Global Management Challenge халыҡ-ара чемпионаттың Башҡортостан Республикаһы кубогы (төбәк этабы) старт алды. Сарала ҡатнашырға эшҡыуарҙар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттар, төбәк ойошмалары һәм компаниялары етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре саҡырылған. Һайлап алыу этабы 5 майҙан 22 майға саҡлы үткәрелә. Кубоктың финалы “Урал аръяғы-2023” Бөтә Рәсәй инвестһабантуйында буласаҡ. Еңгән команда быйыл июлдә Пермдә үткәреләсәк GMC Милли финалында ҡатнашыу хоҡуғы ала. “Global Management Challenge чемпионаты – идара итеү оҫталығын үҫтереү өсөн һәйбәт ҡорал ул. 2021–2022 йылдарҙа төбәк кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашырға 200-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ғариза биргәйне. Бизнес-шәрифтәр һәм эшҡыуарҙар командалары 2021 йылда Түбәнге Новгородта һәм 2022 йылда Ханты-Мансийскиҙа беҙҙең төбәктең юғары кимәлдәге вәкилдәре булды”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Прмеьер-министрының беренсе урынбаҫары иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Чемпионатты Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы ойошторған. Ярҙамсы ойоштороусыларҙың береһе – Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.