Найти тему
Башҡортостан гәзите

Егеттәр еңеү менән ҡайтты

Башҡортостан кикбоксерҙары Рәсәй беренселегендә алтын миҙал яуланы, тип хәбәр итте республиканың спорт министры Руслан Хәбибов телеграм-каналында. 42 килограмға тиклемге 13–15 йәшлек үҫмерҙәр араһында Мирон Ражетдинов, 69 килограмға тиклемге 16–18 йәшлек үҫмерҙәр араһында Егор Михайлов татами лидерҙары булып тора. Улар шулай уҡ дүрт алышта ҡатнаша һәм Рәсәй беренселегенең алтын миҙалын яулай. 74 килограмға тиклемге 16–18 йәшлек көрәшсе үҫмерҙәр араһында Даниял Сәфәрғәлин өс алыш үткәрә һәм көмөш миҙал яулай. Спортсылар “Спорт мастерына кандидат”, “Рәсәйҙең спорт мастеры” исемдәренә нормативтарҙы үтәй һәм кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһына ингән. Был ярыш Кузбасста 1 майҙан 6 майға тиклем барҙы. "Үҫмерҙәрҙе һәм тренерҙар – Азат Ғайсинды, Андрей Михайловты, Илья Алексеевты яҡшы һөҙөмтәләр һәм ярыштар миҙгелен лайыҡлы тамамлауҙары менән ҡотлайым!" - тип ҡотланы Руслан Хәбибов. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Руслан Хәбибовтың телеграмм каналындағы сәхифәһенән.