Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ветерандар таксиҙа бушлай йөрөйәсәк

Ветерандар таксиҙа бушлай йөрөйәсәк. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был ташлама Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарына, концлагерь тотҡондарына, “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһенә лайыҡ булғандарға ҡағыла. Акция байрам көндәрендә генә түгел, ә йыл дауамында ғәмәлдә. Ветеран айына дүрт тапҡыр такси хеҙмәтенән бушлай файҙалана ала. Уларға таксиҙа түләүһеҙ йөрөү проекты “Яндекс.Такси” компанияһы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Водителде саҡыртыу өсөн 8-800-775-00-14 телефонына шылтыратырға кәрәк. Операторҙар 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем (эш көндәрендә) һәм 10.00-дан 18.00 сәғәткә тиклем (шәмбе-йәкшәмбе) эшләй. Өфө, Салауат,Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Дүртөйлө, Туймазы, Мәләүез һәм республиканың башҡа ҡалаларында йәшәүсе үрҙә әйтелгән категория граждандар ташламанан файҙаланыу хоҡуғына эйә. Фото: mari-el.er.ru