11 майҙа Өфөлә Демьян Бедный урамында ремонт башланасаҡ. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был урамдағы ремонт конкурс процедуралары сиктәрендә билдәләнгән объекттар исемлегенә индерелгән. Ремонт башҡарыласаҡ юлдың оҙонлоғо 1,5 километр тәшкил итә. Юлсылар бөтә эште 2024 йылда тамамларға планлаштыра. Килешеүгә ярашлы, 10 600 квадат метр майҙанда иҫке япма алмаштырыласаҡ, юл ситтәре эшләнәсәк, тротуарҙар төҙөкләндереләсәк. Эш барышында автотранспорт хәрәкәтен сикләү күҙаллана. Фото: “Башинформ” сайтынан.