Балтас район-ара тәфтиш бүлеге хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 97 йәшлек Әхнәф Мазһаровты Еңеү көнө менән ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. 17 йәшендә генә фашистарға ҡаршы көрәшкә сыҡҡан егет Беренсе Белоруссия фронты составында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Берлинға ҡәҙәр барып етә. 1950 йылда ғына демобилизациялана. Киске мәктәптә уҡып, унынсы класты тамамлай. Аҙаҡ Бөрө педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә. Ҡатыны Рәйнә Ғәтүф ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әхнәф Мазһаров бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләү һәм уҡытыу эшенә бирә, проза һәм поэзия жанрҙарында ижад итә. Пенсияға сыҡҡас, һуғыш һәм тормош юлы тураһында хәтирәләр яҙа, өс китабы баҫылып сыға. Уның бер әҫәрендәге : “Мин шундай еңеүҙе лә күрҙем: дошманға ҡарата нәфрәтен еңгән һалдат дошман балаларына икмәк бирҙе”, – тигән ысынбарлыҡ күңелдәрҙе тетрәндерә. Ветеран – Яңауыл яҙыусылар берләшмәһе ағзаһы, Халыҡ мәғарифе отличнигы, Бөтә Союз уҡытыусылар съезы делегаты. Һуғыш йылдарындағы батырлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән наградланған. Һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына оҙайлы ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Фото: “Балтас таңдары”.