Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өс ветераныбыҙ Мәскәүгә юлланды

Башҡортостандан Тамара Казакова, Мөсәйрә Фәтихова һәм Владимир Егоров Мәскәүҙә Еңеү көнөн байрам итеү парадында ҡатнашыу өсөн юлланды. Улар менән оҙатып йөрөүселәр ҙә бар. Тамара Дмитриевна Казаковаға – 96 йәш. Ул фронтҡа доброволец булып киткән һәм авиация полкында хеҙмәт иткән. Смоленск, Белоруссия, Польша, Литва, Көньяҡ Пруссияны азат итеүҙә һәм Кёнигсбергты алыуҙа ҡатнашҡан. Тап унда ветеран Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылаған. Әле ул Өфө ҡалаһы Совет районының “Фронтташ әхирәттәр” клубына етәкселек итә. Күптән түгел ул йәшәгән йорт эргәһендә тантаналы парад ойошторолған. Мәскәү парадында ул икенсе тапҡыр ҡатнашасаҡ. Тамара Казакова менән бергә хәрби тимер юлсы Владимир Егоров һәм Сталинград яуында ҡатнашҡан зенитсы, Берлинға тиклем барып еткән Мөсәйрә Фәтихова парадты ҡараясаҡ. Ветерандар өсөн Рәсәйҙың баш ҡалаһы буйлап экскурсия үткәреү ҙә планлаштырылған. Улар Өфөгә 11 майҙа ҡайтасаҡ. Фото: bash.news