Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ғүмерҙәр тиҙ үтә шул...

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов яңыраҡ әсәһе ҡатнашлығындағы клипты социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалып, уның хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. “Ярандар, ярандар... Әсәйҙең яратҡан гөлдәре. Эй, уҙған йылдар, был видеояҙмала әсәйгә беҙгә хәҙер нисә йәш – шул ҡәҙәр йәш икән бит! Артыҡ тиҙ үтә икән ғүмеркәйҙәр... Әсәйҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, улар менән үткәргән һәр миҙгелдең ҡәҙерен белегеҙ, уларға иғтибарҙы ла, ваҡытығыҙҙы ла йәлләмәгеҙ”– тип яҙған артист. Айҙар Ғәлимовтың әсәһе Бибинур Ғәлим ҡыҙы – уҡытыусы, ә атаһы Миңлеғәни Бәхтиғәни улы водитель булып эшләгән. Фото: социаль селтәрҙән. Видеояҙма сығанағы: vk.com/aidar.galimov