Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, “АМКОДОР” Беларусь холдингы Башҡортостан Республикаһында иген эшкәртеү өсөн ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Проект бер йыл элек республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында ҡаралды, ул республика биләмәһендәге өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде. Завод төҙөлөшө “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә бара, бөгөн бында төҙөлөш-монтаж эштәре тамамлана. Төҙөүселәр производство һәм административ-көнкүреш корпустары, һалҡын келәт төҙөй һәм биләмәләрҙе төҙөкләндерә. – Былтыр игендең рекордлы уңышы һәм игенгә хаҡтарҙың түбән булыуы беҙгә һаҡлау өсөн өҫтәмә ҡеүәттәр төҙөүгә этәргес бирҙе. 2022 йылда ғына уларҙы 10 процентҡа, кәмендә 4,3–4,4 миллион тоннаға тиклем арттырырға планлаштырабыҙ. Тиҙҙән Өфө эргәһендә эшләй башлаясаҡ “Амкодор-Ағиҙел” заводы был эште һиҙелерлек еңеләйтәсәк, – тип хәбәр итте төбәк Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужал
Инвестиция проекты иген һаҡлау ҡеүәтен арттырырға ярҙам итәсәк
6 мая 20236 мая 2023
1 мин