2023 йылдың 6 майында иртәнге сәғәт 8-гә тәбиғәт янғындары буйынса белешмә. Тәүлек эсендә 76,7 гектар майҙанда дүрт урман янғыны теркәлгән: – Йылайыр районында Березовка ауылы янында 2,3 гектар майҙанда утты һүндереүҙә 12 кеше һәм биш берәмек техника эшләгән. Янғын һүндерелгән. – Йылайыр районында Байғужа ауылы янында 0,4 гектар майҙанда янғын булған. Унда 20 кеше һәм 4 берәмек техника һүндереүҙә ҡатнашҡан. Янғын һүндерелгән. – Әбйәлил районында Мәйгәште ауылы янында 0,8 гектар майҙандағы утты һүндереүгә 13 кеше һәм 8 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын һүндерелгән. – Белорет районында Тирлән ауылы янында 73,2 гектар майҙанда 33 кеше һәм 14 берәмек техника эшләй. Янғын ауыҙлыҡталған, утты һүндереү дауам итә. Быйыл бөтәһе 38 урман янғыны теркәлгән (уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 27 осраҡ булған, 11 осраҡҡа күберәк), уларҙа 552,4002 гектар майҙан зыян күргән (уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 159,4 гектар булған, 393,0002 гектарға үҫеш). 6 – 8 майҙа республиканың күпселек райондарында – 4-се