Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Cеминар бушлай үткәреләсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән ”Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 15 майҙа бушлай “Экспортты документаль оҙатыу” семинары үтәсәк. Сараны Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге ойоштора. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итә. – “Экспорт проектының тормош циклы” программаһы сиктәрендә “Рәсәй экспорт үҙәге”нең Экспорт мәктәбе семинарҙары серияһынан өсөнсө семинарҙа ҡатнашыусыларға тышҡы сауҙа килешеүенең юридик таҙалығын һәм экспортерҙар өсөн көнүҙәк булған таможня һәм валюта контроле саралары тураһында мәғлүмәтте раҫлаусы документтарға халыҡ-ара ҡануниәттең төп талаптары хаҡында һөйләйәсәктәр, – тип уртаҡлашты Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Семинар “Башҡортостан” ҡунаҡханаһында, “Янғантау” конференц-залында, Ленин урамы, 25/29 адресы буйынса 10:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем үтә. Семинарҙа ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса алдан теркәлеү мотлаҡ. Сара барышында ҡатнашыусыларҙы: Экспорт проектының төрлө этаптарында эшҡыуарға әҙерләнергә тейешле документтарҙың аныҡ исемлеге менән танышыу; Тауарҙарҙы классификациялау һәм ТН ВЭД коды килешеүе нигеҙе; Дәүләттең экспорт эшмәкәрлеген идара итеү рычагтары, тариф һәм тариф булмаған көйләү саралары араһындағы айырмалар; Сертификатлауҙың төп принциптары; Экспорт контроле процедуралары, уның әһәмиәте һәм етдилеге; Валюта контроле нигеҙҙәре һәм нескәлектәре, шулай уҡ санкциялар шарттарында иҫәп-хисап алып барыуҙың яңы ҡағиҙәләре. Белем биреү программаһының теоретик өлөшө экспорт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу буйынса аныҡ бизнес-кейстарҙы хәл итеү менән практик күнегеүҙәр менән нығытыла. Йәнле диалог форматында документация йәһәтенән экспортерҙар осраған киң таралған проблемалар тикшереләсәк, ә сара спикеры ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Семинар тренеры - Хәлиҙә Мөфтәхетдинова, Рәсәй экспорт үҙәгенең Экспорт мәктәбенең федераль тренеры. Һорауҙар килеп тыуған осраҡта ярҙам һорап БР Экспортҡа ярҙам үҙәге белгесе Екатерина Баяноваға телефон номеры буйынса йәки электрон почта адресына мөрәжәғәт итегеҙ: +7 962 544 13 60, exportcenter@bashkortostan.ru. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru