Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Инвалид ҡул арбаһында хажға китеп бара

Үзбәкстандан Кахрамон исемле ир инвалид ҡул арбаһында Мәккәгә хажға китеп бара. Инвалид арбаһына тағылма таҡтырып, унда һыу һәм ҡултыҡ таяҡтарын һалып алған. Юлға ҡасан сыҡҡанын да белмәй ул, ике ай электер, ти. Азербайжан сигендә уны үткәрмәгәстәр, Грузия аша урап китә. Дағстанда уны мөьмин Рәшит туҡтата һәм ярҙам тәҡдим итә. Аҡса һәм самолетҡа билет алып бирмәксе була, ләкин Кахрамон, Аллаға шөкөр, аҡсам бар-бар, тип арбаһының стеналарында ҡыҫтырыулы торған ҡағыҙҙарға төртөп күрһәтеп, баш тарта. Хаж ғәмәлен үҙенең көсө менән генә башҡарғыһы килә хаҡ мосолмандың. Рәшит көсләп-көсләп уға 10 мең аҡса бирә. Кахрамондың ауырлыҡтарға һис зарланмауы, ябайлығы һоҡландыра. Сәләмәтлеге булмауына ҡарамаҫтан, ниәтенә ирешер өсөн тырыша. Беҙ ҙә тормошҡа зарланмайыҡ. Фото: dirtysoles.1bb.ru