Саҡмағош үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы ”Элепс” электрохирургия аппараты алынды. Был ҡорамал йомшаҡ тән туҡымаларын ҡырҡыу өсөн файҙаланыла. Төп үҙенсәлеге – юғары йышлыҡтағы электр тогы менән эшләүе. Пациент процедура ваҡытында ауыртыу йәки уңайһыҙлыҡ тоймай, сөнки нервы остары туҡымаларға зарар килтермәйенсә стимуллаштырыла. Яралар тиҙерәк тартыла, йәһәтерәк бөтәшә, йөй ҡалмай. Иң мөһиме, инфекция менән зарарланыу хәүефе кәмей, юғары йышлыҡтағы тулҡындар бөтә микробтарҙы һәләк итә. –Яңы система шештәрҙе һәм май күҙәнәктәрен хирургик юл менән алып ташлағанда мөмкинлектәрҙе киңәйтә, - тип билдәләне Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алина Латипова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.