Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гармунсыны... айыуҙар ҙа ярата

Булған хәл. Ирем баянсы булғас, был хәл миңә яҡын. Йылайыр районында курше ауылға ҡунаҡҡа инәлә-инәлә гармунсыны яллап алып китәләр. Байрамда арыу уҡ ваҡыт үтә. Гармунсы арып (туҡтауһыҙ уйнай бит инде, магнитофон әле сыҡмаған мәл), гармунында уйнай-уйнай ипләп кенә ҡайтыу яғына юллана. Уйнап бара-бара, ауылдан сығып, байтаҡ юл үтә. Арттан ҡолаҡ төбөндә ныҡ ҡына тын алыш ишетелә. Эй эстән генә ҡыуанып бара икән. "Вәт әй, был бисә арттан ҡалмай бит, эх", тип дәртләнеңкерәп китеп йырлай-йырлай уйнай башлай. Бер мәл әйләнеп күҙ ҡыҫайым тиһә-ә-ә... Айыу эйәреп килә икән! Гармун тауышы туҡтата, ажғыра ти, уйнаһа, шым эйәрә икән. Таңға юлына кешеләр килеп сыҡҡансы уйнап, ҡысҡырып йырлай-йырлай, илай-илай йүгереп барып һыбайлы көтөүселәрҙең теҙгененә йәбешә... Шулай айыуҙан гармунда уйнап ҡотола. Ул кеше беҙҙең бөҙрәханаға сәс ҡырҡтырырға йөрөй, аҡ сәсле матур ғына бабай хәҙерге мәлдә. Дилбәр Биктимерованан. Фото m.fotostrana.ru