Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 12 майҙа “Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә һәм MENA илдәрендә (Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка илдәрендә) Рәсәй продукцияһын онлайн һәм офлайн һатыу” темаһына вебинар ойошторола. Вебинарҙы ойоштороусы булып “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай. – Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса химия сәнәғәте продукцияһын, ҡиммәтле металдарҙы поставкалауҙы арттырыу иҫәбенә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә экспорттың 2021 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 3,4 тапҡырға артыуын теркәнек. Әмирлектәр – киләсәкле һәм тиҙ үҫешкән баҙар, беҙҙең экспортерҙарға булған мөмкинлектәрҙе биләү һәм урындағы һатып алыусының ышанысын яулау бик мөһим. Бынан тыш, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре тәьмин итеү географияһын артабан киңәйтеү өсөн майҙансыҡ була ала. Предприятиеларыбыҙға булышлыҡ итеү өсөн, Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Беларуста һәм Ҡытайҙа әүҙем эш алып барған вәкиллектәр кеүек үк,