Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республика Башлығының гранттарын кемдәр алды?

Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн беренсе грант конкурсы еңеүселәре раҫланды. Еңеүселәр исемлегендә республиканың 55 ойошмаһы бар. Конкурсҡа бөтәһе 212 проект тапшырылған. Был юлы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарының конкурсында әлегә тиклем грант ярҙамы ала алмаған, шулай уҡ бәләкәй биләмәләргә ҡараған ойошмаларҙы йәлеп итеү бурысы ҡуйылды. Еңеүсе 55 проекттың 60 процентын муниципаль берәмектәрҙән тапшырылған ғаризалар тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды конкурсында еңеү яулаған 55 ойошманың 47-һе бындай башланғыста тәүге тапҡыр еңеүгә өлгәште. “Коммерцияға ҡарамаған секторҙың республикабыҙ халҡына ярҙам итергә теләге бик ҙур. Тап шуға күрә Фонд мини-гранттар форматында конкурс иғлан итте һәм күптәргә, айырыуса муниципалитет ойошмаларына, грант ярҙамын алыу мөмкинлеге бирҙе. Еңеүселәрҙән маҡсатлы төркөмдәр һәм биләмәләр мәнфәғәте өсөн әүҙем, адреслы эш көтәбеҙ, сөнки проекттар ҡыҫҡа ваҡытлы, йәғни 6 айға тиклем иҫәпләнгән. Бындай тәжрибәне 2024 йылда ла дауам итергә кәрәк тип иҫәпләйем. Президент гранттары фондына, республика етәкселегенә һәм Конкурс комиссияһы ағзаларына башланғысыбыҙҙы хуплағаны өсөн рәхмәт белдерәм”, - тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттар фондының генераль директоры Роман Низаметдинов. Еңеүсе проекттар мөһим йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала һәм көнүҙәк социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелг ән. Конкурстың иң популяр йүнәлештәре: «Мәҙәниәт һәм сәнғәт» (13 проект); «Ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү» (9 проект); «Фән һәм мәғариф» (8 проект). «Әүҙем тулҡында» проектына ярашлы «Өмөт» ветерандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль реабилитациялау автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Мораҡ ауылында спорт эшмәкәрлеген һәм пенсия йәшендәге кешеләрҙең әүҙем оҙон ғүмерен ойоштороу өсөн тренажер зонаһы булдырасаҡ. «Ышаныс» социаль йәһәттән яҡланмаған граждандарға ярҙам үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының “Үҙем тегәм” тегеү коворкинг-үҙәге проекты ярҙамында ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар, шул иҫәптән сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгәндәр, кейем тегеү, конструкторлау һәм модель әҙерләү буйынса яңы хеҙмәт күнекмәләре аласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының «Серпантин» хәрби хәрәкәттәр ветерандары төбәк йәмәғәт ойошмаһының «Маскита» проекты махсус хәрби операция зонаһында булған башҡорт батальондарына, шул иҫәптән Туймазы егеттәренә тапшырыу өсөн Туймазы ҡалаһы һәм районында маскировка селтәрҙәре әҙерләүгә тотонасаҡ. Еңеүсе проекттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуын теләйек! Шулай уҡ 10 майға ҡәҙәр Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Фото: oktyabrmiyaki.ru