Найти тему
Башҡортостан гәзите

Министрлыҡ буйынса ете килешеү төҙөләсәк

25-27 майҙа Сибайҙа үтәсәк “Урал аръяғы-2023” V Бөтә Рәсәй инвестһабантуйында республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы линияһы буйынса ете килешеү төҙөләсәк. Хеҙмәттәшлек тураһындағы был килешеүҙәрҙең дөйөм суммаһының ике миллиард һумдан ашыу буласағы күҙаллана. “Бөтә Рәсәй инвестһабантуйы барышында ҡул ҡуйыласаҡ был документтар юл буйы сервисын, шулай уҡ тиҙ хеҙмәтләндерә алыусы йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары селтәрен үҫтереүгә ҡағыла. Уларҙың иң масштаблыһы тип “Өфө – Охлебинин” автоюлының Нагаево ауылы янындағы юл буйы комплексын күрһәтергә мөмкин. Инвестор был проектҡа 254 миллион һум һалырға планлаштыра”, – ти Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. Бынан тыш Министрлыҡ ошо инвестһабантуйында “Етештереүселәр һәм ритейл. Кәштәгә сығыу” исемле түңәрәк өҫтәл дә ойошторорға уйлай. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.