“Башҡортостан” гәзите коллективы йыл һайын Бөйөк Еңеү байрамы алдынан гәзиттең иҫән ҡалған берҙән-бер тыл ветераны Ғәптиә Нурғәлинаны ҡотларға бара. Быйыл да изге йолаға тоғро ҡалып, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов етәкселегендәге делегация ветеранды тәбрикләне. Ғәптиә Ғәбиҙулла ҡыҙы беҙҙе һәр йылдағыса ихлас ҡаршы алды. Ул, 97 йәштә булһа ла, бик теремек, хәтере яҡшы, шуға ла уның менән сәғәттәр дауамында һөйләшеп ултырырға мөмкин. Был юлы ла Ғәптиә апай һуғыш йылдары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ ул беҙ килеүгә "Башҡортостан" гәзитендә эшләгән йылдарындағы фотоларҙы ла әҙерләп ҡуйғайны. – 1941 йылда етенсе класты тамамланым. Беҙҙе Өфөгә экскурсияға ебәрҙеләр. Таң менән ҡалаға килеп төштөк. Беҙҙең ауылдан уҡыған аспирант Хәлил Зәйнуллин ҡаршы алды, Пушкин урамындағы йортҡа әйберҙәрҙе ҡалдырҙыҡ. Ленин, Сталин баҡсаһын ҡараныҡ. Урамдарҙы ҡарап йөрөгәндә, Хәлил ағай йүгереп килде һәм һуғыш башланыуы тураһынд
Ауылда ла һуғыш башланыуы тураһында хәбәр таралғайны, бөтәһе лә илашалар...
5 мая 20235 мая 2023
1 мин