Найти тему
Башҡортостан гәзите

Еңеү һалдаттары онотолмай

Был изге сараға Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре офистары ла ҡушылды һәм бер минутҡа ҡабул итеүҙе туҡтатып, тыуған ил өсөн батырҙарса көрәшкәндәрҙе, Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтҡандарҙы хәтергә алды. Баҡалы үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә изге саранан ситтә ҡалманы. Бер минутлыҡ тынлыҡ фашизм ҡорбандары тураһында мәңгелек халыҡ хәтере символын сағылдырҙы. Бөйөк Еңеү көнө алдынан Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының үҙәк аппараты хеҙмәткәрҙәре, ведомсво аҫтындағы учреждениелар эшселәре лә Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә арналған дөйөм республикалағы гражданлыҡ-илһөйәрлек тантанаһына ҡушылды. “Тынлыҡ минуты " акцияһы аша ил өсөн ауыр минуттарҙа ҡаһарманлыҡтары ,фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн ветерандарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Уларҙың исемдәре мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк”, - ти замандаштарыбыҙ еңеү һалдаттарын хәтерләп.