Найти в Дзене

11 ҡалала һәм бер ҡасабала бындай хеҙмәт күрһәтелә

Республиканың 11 ҡалаһында (Өфө, Ишембай, Баймаҡ, Дүртөйлө, Сибай, Межгорье, Октябрьский, Белорет, Бөрө, Күмертау, Салауат) һәм Шишмә эшселәр ҡасабаһында Күп функциялы үҙәк офистары базаһында контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттары эшләй башланы. Уларҙа хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре һәм медицина хеҙмәткәрҙәре консультация бирә. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә китергә йәки Башҡортостан Республикаһының ирекмәндәр батальондарына яҙылырға теләүселәр бында социаль-психологик тикшереү тесын үтеү, кандидат анкетаһын тултырыу, контракт төҙөү тәртибе, тейешле түләүҙәр буйынса консультация алыу, шулай уҡ медицина комиссияһы үтеү тәртибе тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Ирекмәндәргә йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәргә консультация биреү Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәренең барлыҡ офистарында ойошторолған. Кәрәк булғанда, Күп функциялы үҙәк белгестәре ҡулланыусы оҙатыуындағы секторҙарҙағы дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет аша контракт буй

Республиканың 11 ҡалаһында (Өфө, Ишембай, Баймаҡ, Дүртөйлө, Сибай, Межгорье, Октябрьский, Белорет, Бөрө, Күмертау, Салауат) һәм Шишмә эшселәр ҡасабаһында Күп функциялы үҙәк офистары базаһында контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттары эшләй башланы. Уларҙа хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре һәм медицина хеҙмәткәрҙәре консультация бирә. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә китергә йәки Башҡортостан Республикаһының ирекмәндәр батальондарына яҙылырға теләүселәр бында социаль-психологик тикшереү тесын үтеү, кандидат анкетаһын тултырыу, контракт төҙөү тәртибе, тейешле түләүҙәр буйынса консультация алыу, шулай уҡ медицина комиссияһы үтеү тәртибе тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Ирекмәндәргә йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәргә консультация биреү Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәренең барлыҡ офистарында ойошторолған. Кәрәк булғанда, Күп функциялы үҙәк белгестәре ҡулланыусы оҙатыуындағы секторҙарҙағы дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет аша контракт буйынса хеҙмәткә ғариза бирергә ярҙам итә. Фото: vk.com/mfcbashkortostan