Башҡортостанға Рәсәйҙең Ҡушма алыш төрҙәре союзы президенты, Рәсәйҙең спорт министры кәңәшсеһе, ҡушма алыш төрҙәре буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Фёдор Емельяненко килде. Ул Рәсәйҙең ҡушма алыш төрҙәре (ММА) буйынса 18-20 йәшлек егеттәр араһындағы беренселекте һәм 18-20 йәшлек ҡыҙҙар араһындағы Бөтә Рәсәй рәсми булмаған ярыштарҙың асыҡ тантанаһын асыуҙа ҡатнашасаҡ. Турнир Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 78 йыл тулыуға арнала. Өфөләге “Телеүҙәк” бинаһындағы “Рәсәй” медиаүҙәгендә ошо сараға арналған матбуғат конференцияһы булды. Унда Рәсәйҙең Ҡушма алыш төрҙәре союзы президенты Фёдор Емельяненко, республиканың спорт министры урынбаҫары Артем Новиков, Башҡортостандың Ҡушма алыш төрҙәре буйынса федерация президенты Руслан Зарипов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Был спорт сараһында еңеп сыҡҡандар милли командалар составына инәсәк һәм быйыл дуҫ илдәр араһында ойошторолған халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашасаҡ. Фёдор Емельяненко республикала ҡушма алыш төрҙәренең үҫеше, үҙенең Башҡортостанға